Быға тиклем ул 2020 йылдың апреленән Тәтешле районы хакимиәте башлығы булып эшләне. Урындағы Совет ултырышында муниципаль етәксенең ваҡытынан алда вәкәләттәрен һалыу мәсьәләһе ҡаралды. Эшлекле сарала ресублика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашып, Фәнүр Рәфис улының идара итеү сифаттары республика кимәлендә файҙаланыласаҡ тине.
Башҡортостан башлығы Фәнүр Шәйхисламовҡа яуаплы вазифала һөҙөмтәле эшләгәне өсөн рәхмәт белдереп, эшмәкәрлек барышында үҙен грамоталы ойоштороусы, идарасы булараҡ күрһәтеүен билдәләне. Республиканың мәҙәниәт министрлығына тап етди административ сифаттары булған кеше талап ителә.
Фәнүр Шәйхисламов Башҡортостан мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы булараҡ тәғәйенләнәсәк. Быға тиклем уның республика власть органдарында эшләү тәжрибәһе булған. Тәтешле районында алынған тәжрибә артабан да төбәк үҫешендә файҙаланыласаҡ.



