Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үлемесле юл фажиғәһе сәбәптәрен асыҡлай

Авария бөгөн иртән Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Перспектива урамы буйлап хәрәкәт иткән «Лада Нива» автомобиле һул яҡҡа боролған ваҡытта «Шкода Октавия» менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһында Рәсәй транспортының 69 йәшлек водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була. Урында инспекторҙар һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ