Күптән түгел улар 25 мең һум күләмендәге аҡса йыйып, «Һаҡсы фәрештә» ирекмәндәр үҙәгенә тапшырҙы. Районда беренсел медицина звеноһының матди-техник базаһын камиллаштырыу буйынса ла һуңғы йылдарҙа күп эш башҡарыла. Һаулыҡ һағында тороусылар алғы һыҙыҡтағыларға һөнәри байрамдарында ла теләктәшлек күрһәтте.
Фельдшерҙар көнө уңайынан ойошторолған сараның тантаналы өлөшө ҡотлауҙар, концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Һәр табип амбулаторияһы үҙ командаһы менән сығыш яһаны, һәләттәрен күрһәтте.
Баймаҡ үҙәк район дауаханаһы фельдшерҙар байрамын изге эш менән тамамланы. Йыйылған 25 мең һум күләмендәге аҡсаны улар автономлы коммерцияға ҡарамаған «Һаҡсы фәрештә» ирекмәндәр үҙәгенә тапшырҙы. Һәм был ярҙам Рәсәй мәнфәғәттәрен яҡлаусы яҡташтарға барып етәсәк.



