Башҡортостан «Финанс мәҙәниәте баш ҡалаһы-2026» конкурсы финалына сыҡты

Был туралағы дипломды республика вәкилдәренә Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов менән Үҙәк банк рәйесе Эльвира Нәбиуллина тапшырҙы. Конкурс ике этапта ойошторола. Беренсеһендә комиссия финанс мәҙәниәтен үҫтереү буйынса башланғыстарҙы әүҙем тормошҡа ашырған 22 төбәктән заявкаларҙы ҡарай. Конкурстың финал этабында ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың финанс министрлығы «Аҡсала эш» медиапроектының презентацияһын ебәргән. Унда белгестәр халыҡты бурыстан ҡотолоу, кредит һайлау, аҡса йыйыу, мутлашыусыларҙан һаҡланыу кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе ябай тел менән аңлата.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ