Ҡандың был компонентында барлыҡ файҙалы сифаттар һаҡланып ҡалына, шул уҡ ваҡытта уны бүлмә температураһында һаҡларға мөмкин. Плазманы етештереү һәм һаҡлау процессы менән беҙҙең ижади төркөм танышты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Һыуытҡыс камераларында һәр ваҡыт 40 градус һыуыҡ. Кәрзиндәрҙә йөҙәрләгән плазма өлгөләре карантин этабын үтә. 120 тәүлектән һуң, плазма тапшырыусы яңынан Ҡан тапшырыу станцияһына килеп инфекцияларға тикшереү үтергә бурыслы. Унан һуң ғына плазманы киптереү һәм ҡулланыу мөмкин.
Иретеү һәм киптереү этабынан һуң, туңдырылған плазманың өстән бер өлөшө генә ҡала. Сублимацияланған компонент бүлмә температураһында 5 йылға тиклем һаҡлана ала. Бындай ысул менән плазма етештереүгә Республика ҡан тапшырыу станцияһы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ҡушыла. Инновацион технологияны үҙләштереүҙә Федераль медицина-биология агентлығы ярҙамлаша. Плазма тапшырыу өсөн бер сәғәткә яҡын ваҡыт талап ителә. Махсус ҡоролма ярҙамында пациенттың 2 литр ҡаны үткәрелә. Йәғни, эритроциттар кире ҡайтарыла, ә плазма контейнерға йыйыла. Ҡанды Өфөлә генә түгел, шулай уҡ Белорет, Бөрө, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалаларында ла тапшырырға мөмкин.
Киләсәктә бындай киптерелгән плазма менән ашығыс медицина ярҙамы һәм санитар авиация аптечкаларын йыһазландырыу планлаштырыла. Экстремаль шарттарҙа ярҙам күрһәтеү өсөн был уңай ысул. Быйыл Республика ҡан тапшырыу станцияһы 3 мең ярым доза киптерелгән плазма етештререүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Әлфинә Килдейәрова



