Өфөнөң Беренсе йәмиғ мәсетендә коллектив ифтар уҙҙы

Уны Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин үткәрҙе. Бер табын артында дин ҡәрҙәштәр һәм төрлө конфессия вәкилдәре йыйылды. Ауыҙ астырыу мәжлесендә БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева булды.

Рамаҙан айындағы күркәм сараларҙың береһе аҙан менән киске намаҙға саҡырыуҙан башланды. Диндарҙар Тәлғәт Тажетдин етәкселегендә йәмәғәт намаҙы уҡыны.

Бергә уҡыған намаҙҙың яңғыҙ уҡығанға ҡарағанда 27 тапҡыр өҫтөнөрәк икәнлеге билдәле. Һәр бәлиғ булған мосолманға фарыз Ураҙаның намаҙ ғибәҙәте менән файҙаһы һәм сауабы көслөрәк. Изге айҙа күмәкләп ауыҙ асыу мәжлестәре уҙғарыу ҙа ябай табын артына йыйылыу түгел, ти диндарҙар.

Ифтар төрлө конфессия вәкилдәрен бергә йыйҙы. Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин ифтар ҡунаҡтары митрополит Филарет, митрополит Евгений менән конфессия-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләренә туҡталды.

Бер ай буйы Ураҙа тотҡан кеше үҙ-үҙен дауалай. Был-фәнни яҡтан иҫбатланған ти, Башҡорт дәүләт медицина университеты доценты Лилиана Дауытова. Медицина фәндәре кандидаты үҙе лә Ураҙаны ҡалдырмай, һәм был темаға лекциялар уҡый.

Ифтарға дәүләт власы органдары, эшҡыуарҙар, меценаттар һәм махсус хәрби операция ветерандары саҡырылған. Һыйлы өҫтәлдәр артында балаларҙың да булыуы ҡыуандыра.

Изге ғәмәлдәр, тәрбиә һәм һынау айы аҙағына яҡынлашып килә. Бер аҙнанан-20 мартта мосолмандар- төп байрамдарҙың береһе Ураҙа ғәйетенә йыйыласаҡ.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ