Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында күренекле этнографтар Светлана Шитованың 90 йәшенә һәм Наил Бикбулатовтың 95 йыллығына арналған киңәйтелгән ғилми ултырыш үтте. Сараның тап федераль үҙәктә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Ике ғалим да оҙаҡ йылдар институтта эшләп, башҡорт этнографияһын донъя кимәленә күтәреүгә өлгәште. Бөгөн уларҙың фундаменталь хеҙмәттәре киң йәмәғәтселек араһында ҙур һорау менән файҙалана. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Һуңғы йылдарҙа йәмәғәтселек араһында киң билдәләлек алған «Тамға» халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсынан дефиле. Һоҡландырғыс сарала бөгөнгә тиклем йөҙҙәрсә оҫта ҡатнашҡан. Улар йыл һайын үҙ-ара ярышып традицион милли кейем өлгөләрен, биҙәүестәрен сығара Оҫталар улар артынан ғилми хеҙмәттәргә, музейҙарға йыш мөрәжәғәт итә.
Тап уларҙың башҡорт этнографияһына индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Донъяуи кимәлдәге билдәле ғилми хеҙмәттәр бөгөн дә ҙур һорау менән файҙалана. Ғалимдарҙы, этнографтарҙы берләштерә. Киңәйтелгән ғилми ултырыш Светана Шитованың 90 йәшлек юбилейына һәм Наил Бикбулатовтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары күренекле этнографтарға арналған докладтар менән сығыш яһаны.
Шул уҡ ваҡытта улар йәш белгестәр әҙерләп үҙ ғилми мәктәбен булдырыуға ла өлгәште. Фундаметаль хеҙмәттәр этнографтарҙың ғына түгел, башҡорт халҡының мәҙәни, рухи байлығын өйрәнеүселәрҙең дә өҫтәл китабына әүерелде. Бөгөн уларҙың эштәре нигеҙендә борондан ҡалған йолаларҙы тергеҙеү буйынса әүҙем эш алып барыла.
Азат Ғәлиуллин



