Ҡалтасы районының Красный Холм ауылында ҡар арҡаһында ике ҡатлы йорттоң ҡыйығы емерелгән

Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Красный Холм ауылының Фрунзе урамында урынлашҡан ике ҡатлы йортта шифер ҡыйыҡтың бер өлөшө йыйылған ҡарҙы күтәрә алмайынса емерелеп төшкән. Бәхеткә күрә зыян күреүселәр юҡ, 28 фатир хужаһы, шул иҫәптән 8 бала йорттан үҙҙәре сыҡҡан. Белгестәр иҫәпләүенсә, ҡыйыҡ япмаһының яҡынса 150 квадрат метр өлөшө емерелгән. Әле ваҡиға урынында ашығыс хеҙмәттәр эшләй, фатир хужалары үҙҙәренең торлағына ҡайтҡан. Әлеге осраҡ буйынса Тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Хоҡуҡ һағында тороусылар ғәҙәттән тыш хәлдең сәбәптәрен асыҡлаясаҡ. Тикшереү барышында идарасы компанияның, йорт ҡыйығын ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыуға яуаплы ойошманың эшмәкәрлегенә хоҡуҡи баһа биреләсәк.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ