Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙары өсөн спорттың көс төрҙәре һәм армрестлинг буйынса турнир уҙҙы

Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙары өсөн спорттың көс төрҙәре һәм армрестлинг буйынса турнир уҙҙы. Ярыш Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында «Көслө кешеләр» проектын тормошҡа ашырыуҙың бер өлөшө булып тора. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Рәсәйҙең алты төбәгенән, Башҡортостандың төрлө тарафтарынан йыйылған ҡатнашыусылар үҙ көстәрен ике спорт төрөндә һынай. Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланған ярышта, көнәркәшлек түгел, ә туғандарса мөнәсәбәт хакимлыҡ итә. Әлеге спортсыларҙың барыһын да махсус хәрби операция бәйләй. Ветерандар тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыу менән, юғалып ҡалмай, үҙҙәрендә яңы һәләттәр аса, спорт менән шөғөлләнә.

Махсус хәрби операция ветерандарын спорт аша реабилитациялауға йүнәлтелгән «Көслө кешеләр» социаль проекты 2024 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул ярыштар үткәреүҙе генә түгел, тренировкалар ойоштороуҙы ла үҙ эсенә ала. Проект Рәсәй йәштәре һәм Башҡортостан башлығы гранттары фонды тарфынан хуплаған. Ватанды һаҡлаусылар фондының Башҡортостан филиалы генераль партнер булараҡ сығыш яһай.

«Көслө кешеләр» проекты ойошторған ярышта спорттың көс төрҙәре буйынса рекорд ҡуйылды. Бер ҡулы ампутацияланған Артем Мөхәрәмов 160 килограмлыҡ штанга күтәрҙе.

Оҙаҡ әҙерләндем. «Көслө кешеләр» проектында 2025 йылдың сентябренән ҡатнашам. Был минең өсөн икенсе ярыш. Турнирға тренерым Алмаз Ғабдуллин әҙерләй, ул минең менән шөғөлләнә, төрлө яҡлап ярҙам итә.

Артём Мөхәрәмов, Махсус хәрби операция ветераны

Махсус хәрби операция ветерандары айырым киләсәктә республика турнирҙарында ҡатнашырға ла иҫәп тота.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ