Өфөлә һунарсы эттәр күргәҙмәһе үтте. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән йөҙгә яҡын төрлө тоҡомло эт ҡатнашты.
74-се тапҡыр ойошторолған сарала белгестәр йорт хайуандарының тышҡы ҡиәфәтен, эш сифаттарын һәм характерын баһаланы. Шулай уҡ документтарҙың теүәл булыуы-төп шарт. Эттәр өс йәш категорияһы буйынса һыналды. Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың күбеһе реаль һунар шарттарында эшләү тәжрибәһенә эйә. Уларҙың төп функцияһы-ҡыр хайуанын табыу һөм хужаһы килеп еткәнгә тиклем ҡарауыллап тороу.
Һунарҙа эттәрҙе бер ниндәй ҙә заманса ҡоролмалар алмаштыра алмай, ти сарала ҡатнашыусылар. Башҡортостан һунарсылары һәм балыҡсылар ассоциацияһы ойошторған сара республика һунарсылыҡ хужалығын үҫтереүгә булышлыҡ итә. Был «Экологик именлек» милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.



