Башҡортостан Милли музейында «Йәшел шәмбе» акцияһы үтте

Уның сиктәрендә мохтаж кешеләр өсөн кейем-һалым йыйыла. «Йәшел шәмбе» федераль проект, ул Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә тормошҡа ашырыла. Башҡортостан ирекмәндәрәе уны зауыҡлы, иҫтәлекле итеп ойошторорға хәл иткән.

Кейем тапшырырға килгән кешеләр оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, ҡул эштәренә өйрәнә ала. Ойоштороусылар фекеренсә, ижади ҡараш акцияға миһырбанлыҡ, матурлыҡ өҫтәй. Был юлы акция барышында 50 пакетка яҡын кейем-һалым йыйылған, кешеләр килтергән әйберҙәр араһында өҫкө кейемдәр ҙә, биҙәүестәр ҙә бар. Улар Иглин районының Оло Тәләк ауылында урынлашҡан психоневрология интернатына тапшырыласаҡ.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ