Милли һәм этник спорт төрҙәрен үҫтереү үҙәге етәксеһе Илнар Салауатов һәм уның ғаиләһе ярҙамында тормошҡа ашырылған спорт сараһы урындағы ауыл биләмәләренән тыш, күрше райондарҙан тиҫтәләрсә ҡатнашыусыны бергә йыйҙы. Быйылғы байрамды ойоштороусылар Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнап, бәйгеләрҙе төрлөләндерергә тырышҡан. Һәр ғаилә өсөн айырым майҙансыҡтар эшләне. Ҡатын-ҡыҙҙар мәҫәлән, ат егеүҙә көс һынашһа, ир-егеттәр саналарҙа уҙышты. Ә балаларға иһә һуңғы йылдарҙа республикала популярлыҡ алған «Ауҙарыш» уйыны тәҡдим ителде. Унда малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа таһыллығын һынаны. Бар бәйгеләр ҙә ваҡытҡа башҡарылды.
Бөрйән районында, ғөмүмән, ат спортының күләмле бәйге булараҡ ойошторолоуына биш тиҫтә йылдан ашыу. төбәк бренды булараҡ ҡабул ителгән сара йылдан-йыл байытыла. Был юлы фестивалгә килеүселәр Бөрйән районының иң көслө атын билдәләүҙә ҡатнашты. Бәйге шарттары буйынса ул 20 метр оҙонлоҡтағы ҡарағайҙы ваҡытҡа 30 метрға тиклем һөйрәтеү ине. Тамаша һәр кемдә һоҡланыу, ғорурлыҡ уятты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ҡышҡы уйындар популярлыҡ яулай, ҡатнашыусылар араһында йәштәр күп ҡатнашыуы ҡыуандыра.



