«Йәш динамосы» проекты сиктәрендә Өфөлә яңы быуын волейболсылары тәрбиәләнә

Өфөнөң 115-се мәктәп базаһында волейбол спорты класы асылды. «Динамо-Урал» буласаҡ чемпиондарҙы тәрбиәләү өсөн клубтың әлеге быуын уйынсылары менән беренсе оҫталыҡ дәрестәрен үткәрҙе. Башлыса бишенсе класс уҡыусылары араһында ойошторолған саранан ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы. Улар малай-ҡыҙҙарын төрлө яҡлап ҡеүәтләп, спортсыларҙан үҙҙәре үк тәжрибә алырға ашыҡты. «Йәш динамосы» проектының төп маҡсаты мәктәп уҡыусыларында волейбол уйынына һөйөү уятыу, сәләмәт быуын тәрбиәләү.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ