24 мәсеттә тантаналар иртәнге 8-ҙә башлана. БСТ һәм "Вся Уфа" телеканалдарында тура трансляция ойошторола. "Ләлә" мәсете янында байрам сараһы уҙғарыла. Концерт була, хәләл йәрминкә ойошторола. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, халыҡ йыйылған урындарҙа полиция һәм табиптар дежур итәсәк. Пассажир транспорты ял көнөндәге тәртип буйынса йөрөй, муниципаль парковкала машина ҡалдырған өсөн хаҡ алынмай. Ураҙа байрамы 20 мартта билдәләнә.




