Продукцияны "Башҡортостан тауары" тип тамғалау шарттары үҙгәрә

Республика парламенты законға төҙәтмәләр әҙерләгән. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, әле тәү сиратта тауар эшләп сығарылған урын иҫәпкә алына. Продукция республика биләмәһендә  үҙебеҙҙең сеймалдан эшләнергә тейеш. Яңы тәҡдим буйынса иһә тауарҙың сифаты ла ҡарала. Документ был айҙа парламенттың пленар ултырышына сығарыла. "Башҡортостан тауары" проекты 2013 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Маҡсаты урында етештерелгән тауарҙы танытыу.

Фото №1 - Продукцияны "Башҡортостан тауары" тип тамғалау шарттары үҙгәрә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ