Ғаиләләр уңайлығы өсөн бәләкәй ҡалаларҙа икенсел торлаҡ һатып алыуға ғаилә ипотекаһын киңәйтеү. Ил Президенты Владимир Путин хөкүмәткә 30 мартҡа тиклем балалы граждандарға икенсел торлаҡҡа ғаилә ипотекаһын биреү шарттарын үҙгәртеү тураһында тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Программа былтырҙан бирле эшләй һәм илдең 901 тораҡ пунктын үҙ эсенә ала. Башҡортостанда был 11 бәләкәй ҡала. Яңы торлаҡ һайлау мөмкинлеге сикләнгән бәләкәй ҡалаларҙа квадрат метрҙы ниндәй шарттарҙа алырға мөмкин һәм күсемһеҙ милек баҙарындағы хәлде эксперттар нисек баһалай? Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында
Әлфиә Масликова Өфөлә йәшәй.Ул хәҙерҙән өлкөн класта уҡыған балаһын торлаҡлы итеүгә өлгәшкән.Беренсе иғәнә түләмәйенсә 4 миллион 800 мең һумлыҡ фатирҙы өс процентҡа яҡын субсидияланған ставка буйынса һатып алған Әлеге ваҡытта ханым ипотека түләй, теүәл бер йылдан фатир асҡысын да ҡулына аласаҡ.
Бер бүлмәле фатир һәм студияларҙы баш ҡалала ғаилә ипотекаһы буйынса ла һатып алырға мөмкин.Әммә эксперттар льготалы программалар биреү буйынса яңылыҡтарҙан һуң, кешеләрҙың яңы төҙөлгән йорттарҙа торлаҡ һатып алыуы кәмене тип билдәләй. Ә ғаилә ипотекаһын киңәтеү сараһы күп балалы ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итәсәк тип күҙаллана.
Һүҙ яңы төҙөлөш алып барылмаған ҡалаларҙа 20 йыл элек төҙөлгән күп фатирлы йорттарҙа торлаҡ һатып алыуға рөхсәт биреү хаҡында бара. Был хаҡта 2025 йылдың 19 декабрендә ил Президенты Владимир Путин тура бәйләнеш ваҡытындағы матбуғат конференцияһында иғлан итте. Хөкүмәт 2026 йылдың 30 мартына тиклем күп балалы ғаиләләр өсөн льготалы ипотека программаһы шарттарын үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр индерергә тейеш.
Икенсел баҙарҙа торлаҡты Рәсәйҙең туғыҙ йөҙ бер тораҡ пунктында ғына һатып алырға мөмкин. Бындай ҡалалар исемлеге йылына ике тапҡыр-1 июлдә һәм 1 ғинуарҙа яңыртыла. Беренсенән йорт авария хәлендә тип танылырға тейеш түгел һәм элекке хужалар унда шундай уҡ шарттар менән ғаилә ипотекаһы буйынса квартира һатып алған булмаҫҡа, һатып алыусылар менән туған һәм бизнес буйынса партнерҙар булып тормаһын.
Льготалы ипотека программаһы шарттарын үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙә мөһим аҙым буласаҡ. Икенсел торлаҡ һатып алыуға ғаилә ипотекаһын 2030 йылға тиклем оҙайтыу ҙа артабанғы ярҙам курсын раҫлай.
Ташламалы ипотека программаны киңәйтеү финанс яҡтан отошло.Йылына 6 процент ставкаһы менән ғаилә ипотекаһы, айлыҡ түләүҙе һәм кредит буйынса түләүҙәрҙе кәметәсәк. Яңы торлаҡ төҙөлөп бөткәнен оҙаҡ ҡына көтөргә тура килһә, ә икенсел торлаҡ шунда уҡ әҙер фатирға күсеү мөмкинлеге бирә. Тик йорттоң файҙаланыуға тапшырылыуына 20 йыл үтмәҫкә тейеш.
Гүзәл Борханова



