Процедурала Мәскәүҙән радиология үҙәгенең хирургия бүлеге директоры урынбаҫары Андрей Рябов ҡатнашты. Аҙ йәрәхәтле лапараскопик операция иң заманса һәм ҡатмарлы операция һанала. Онкологияла билдәле ысул реабилитация ваҡытында пациенттың ауыртыу-һыҙланыуҙарын, йөрәк-ҡан тамырҙарына баҫымды кәметергә һәм тиҙерәк һауығырға ярҙам итә. Республика клиник онкология диспансерында йылына 11 мең операция эшләнә. Һуңғы биш йылда клиниканың матди-техник базаһын яңыртыу йүнәлешендә етди эш башҡарылған. Табиптар пациенттарға һаулыҡты даими тикшерелеп торорға кәңәш итә.



