Һуңғы йылдарҙа мохтаждар һаны ике ярым тапҡырға күбәйгән. Айырыуса аҙ хәрәкәтсән граждандар өсөн интернаттарҙа урын етмәүе күҙәтелә. Башҡортостанда был мәсьәлә нисек хәл ителә? БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ҡыҙыҡһынды.
88 йәшлек Нәзирә Глимова үҙәктә 2013 йылдан йәшәй. Яңауыл районында тыуып үҫкән ҡыҙҙы яҙмыш төрлөсә һынаған. Күрше ауылға йөрөп уҡығанда трактор арбаһында һыуыҡ алдыра. Бәләбәй педагогия училищеһын тамамлап кейәүгә сығып Өфөгә күсеп килгән йәш белгес эшкә урынлаша алмаған, Шишмә районына йөрөп уҡытырға тура килгән. Баш ҡалала артабан балалар баҡсаһында эшләгән. Ғүмер буйы балалар тәрбиәләгән ханымға үҙ сабыйын һөйөргә яҙмай.
Бүздәктә тыуып үҫкән Фаил Зарипов та ҡартлығын социаль үҙәктә уҙғара. Өлкәндәр өсөн бында һүрәт төшөрөү түңәрәге эшләй.
«Именлек» өс йөҙҙән ашыу кешене бер ҡыйыҡ аҫтына һыйҙырған. 50-һе былтыр асылған яңы корпуста. Шарттар бында шифахана менән сағыштырырлыҡ. Социаль үҙәктең үҙ бассейны бар. Инвалидтар, өлкәндәр менән бер рәттән махсус хәрби операция ветерандары ла йәшәй. Улар өсөн 14 урын бүленгән.
Йылайыр районы егете Данил Ҡыуандыҡов ут эсенә 2024 йылда үҙ теләге менән контракт төҙөп юллана. Дрон һөжүменән һуң ҡаты яралана. Ике тәүлек буйы декабрь айында шыуышып бара, ҡул бармаҡтарын туңдыра, аяҡтары ампутациялана.
Республикала стационар социаль хеҙмәтләндереүгә сират көтөүсе 464 кеше иҫәпләнә, уларҙың 246-һы сиратһыҙ хеҙмәтләндереүгә мохтаж. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге тарафынан был категория граждандарға ғаилә эҙләү программаһы тормошҡа ашырыла.
Былтыр ғына 70-тән ашыу кешенең туғандары табылған, ундан ашыу кеше ғаиләләргә тәрбиәгә алынған.
Рәмилә Исмәғилева



