Башҡортостанда «Урал батыр» үҙәге барлыҡҡа килде

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәгенә халҡыбыҙҙың бөйөк эпосы исеме бирелде. Тантана «Сөләймәнов көндәре: ғилми-ижади династия» исемендә ойошторолған түңәрәк өҫтәл сиктәрендә үтте. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

«Сөләймәнов көндәре: ғилми-ижади династия» исемендә ойошторолған түңәрәк өҫтәл иҫтәлекле ваҡиға менән асылды. Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге бөгөндән «Урал батыр» исемен йөрөтәсәк. Ул иһә быуаттар төпкөлөнән килгән эпосты ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы итеүгә бер аҙым булып тора. Фольклор ул йыр-бейеү генә түгел, тәү сиратта халыҡ аҡылы һәм фәлсәфәһе, тиелде сарала.

Түңәрәк өҫтәл форматында ойошторолған ғилми ултырыш арҙаҡлы фольклорсы Әхмәт Сөләймәновтың яҡты иҫтәлегенә һәм уның ҡыҙы, шулай уҡ билдәле әҙәбиәтсе-фольклорсы ғалимә Нәркәс Хөббитдинованың күркәм юбилейына арналды. Сарала ихлас тәбрикләү һүҙҙәре, халыҡ ижадына бәйле һорауҙар яңғыраны

Түңәрәк өҫтәлдә халыҡ ижадын өйрәнеүгә, уны үҫтереүгә бәйле төрлө яҡлы фекерҙәр тикшерелде. Традицион башҡорт милли кейеменең трансформацияһы, сәсәнлек мәктәбенең үҫеше, тел шәхесен формалаштырыуҙа халыҡ ижадының роле кеүек һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде. Әхмәт Сөләймәнов ҡалдырған васыятты тормошҡа ашырыу юлдары барланды.

Ғилми сарала күтәрелгән мәсьәләләр буйынса резолюция ҡабул ителде. Улар эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырылыр тип көтөлә. Яҡын арала мәҫәлән, Әхмәт Сөләймәновтың исемен Бөрйән районы Байназар ауылы мәктәбенә биреү, музей асыу маҡсаты атҡарылһа, ә май айында Ҡырғыҙстанда ҡырғыҙ телендә нәшер ителгән «Урал батыр» эпосының исем туйы көтөлә.

Азат Ғәлиуллин

Волна
Акции БСТ