Өфөлә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллинаның иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе уҙҙы. Ошо көндәрҙә уға 69 йәш тулған булыр ине, ул ике йыл элек арабыҙҙан китте. Нурия Насибулла ҡыҙы һәүәҫкәр композитор булараҡ ул киң танылыу ала, үҙе лә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара. Уның күп йырҙарына клип төшөрөлгән. Хәтер кисәһендә эстрадабыҙҙың билдәле артистары Нурия Абдуллина яҙған йырҙарҙы башҡарҙы. Сараға уның яҡындары, коллегалары һәм ижадын һөйөүселәр йыйылды.
Нурия Насибулла ҡыҙы сирек быуаттан ашыу «Юлдаш» радиоһында эшләне, бик күп ҡыҙыҡлы проекттар алып барҙы. Тыңлаусылар уның «Ҡунағөй», «Ҡайтауаз», «Һөйөнсө, бәпес тыуған» тапшырҙарын айырыуса һағынып иҫкә ала. Хәтер кисәһендә филармония фойеһында Нурия Абдуллинаның концерт костюмдарынан, шәхси әйберҙәренән һәм китаптарынан күргәҙмә, ҡыҙҙары изге айҙа ураҙа тотоусылар өсөн ифтар ойошторҙо.




