Өфө Мәскәү хореография академияһының йәш артистарын ҡабул итте. Ҡунаҡтар тамашасыларға Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет фестивале сиктәрендә классик әҫәрҙәр тәҡдим итте.
Академия уҡыусылары «Коппелия», «Царь-девица» балет сюиталарында сағыу хореография номерҙары менән сығыш яһаны, тамашасыларға мәҙәни ял һәм күтәренке кәйеф бүләк итте. Концерт программаһынан тыш балет артистары Башҡорт хореография колледжында оҫталыҡ-дәресе лә күрһәтте.




