Башҡортостанда ҡалдыҡтар әйләнеше реформаһы тикшерелде

Башҡортостан Хөкүмәтендә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары әйләнеше реформаһы менән ябыҡ циклдағы иҡтисадҡа күсеү мәсьәләһе ҡаралды. Район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығындағы ултырышта был йүнәлеш күрһәткестәре буйынса төбәктә ыңғай рейтинг күҙәтелеүе билдәләнде. Шулай уҡ эшлекле һөйләшеү барышында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушевтың Волга буйы субъекттары менән уҙғарған күсмә кәңәшмәһе йомғаҡтары ла иғлан ителде. Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан цикллы иҡтисад объекттарын булдырыу буйынса федераль штаб тарафынан юғары баһаланған. Бынан тыш, «Полиэф» компанияһының ПЭТ-гранулалар производствоһы тәжрибәһе лә иғтибарға алынған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ