Бының өсөн мал аҙағы запасын арттырырға кәрәк була. Унан тыш, хәүефһеҙлек мәсьәләһе алға сыға. Мал-тыуар араһында сирҙәр таралыуы ихтимал. Ошо проблемалар менән бөгөндән шөғөлләнергә тейешбеҙ, тине вице-премьер- Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Ул бөгөн Өфөлә агросәнәғәт форумында сығыш яһаны. Бында тармаҡ проблемалары өйрәнелә, үҫеш мөмкинлектәре ҡарала. Форум 20 мартҡа тиклем бара.




