«Берҙәм Рәсәй» Башҡортостанда биш йыллыҡ эш һөҙөмтәләрен барланы

Мең ярым саҡрымдан ашыу төҙөкләндерелгән юлдар һәм биш йөҙҙән ашыу яңыртылған йәмәғәт биләмәһе. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең Халыҡ программаһын тормошҡа ашырыу буйынса биш йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһалды.

Ошо ваҡыт эсендә 10 мәктәп сафҡа индерелгән, әйткәндәй, Волга буйы федераль округындағы иң ҙур белем усағы быйыл Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә асылды. Һаулыҡ һаҡлау объекттары, беренсел звеноны нығытыуға, торлаҡ төҙөлөшө, юл инфраструктураһын үҫтереүгә лә иғтибар юғары булыуы билдәләнде.

Ғаиләләргә ярҙам, граждандарҙың сәләмәтлеге-эшмәкәрлектә өҫтөнлөклө йүнәлештәр һанала. Форумда махсус хәрби операцияға бәйле айырым эшсе төркөм дә эшләне. Партия тарафынан ойошторолған Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабтары гуманитар ярҙам йыйыу һәм хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү буйынса тотош илгә өлгөгә әйләнде. Дөйөм алғанда, алғы һыҙыҡҡа Башҡортостандан 175 гуманитар ылау оҙатылған. 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән яңы программа төҙөгәндә ветерандарҙың тәҡдимдәре иҫәпкә алынасаҡ. Шулай уҡ технологик лидерлыҡҡа айырыуса иғтибар бүленә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ