Өфөлә агросәнәғәт форумы барышында ошо турала килешеү төҙөлдө. Был предприятие ауыл хужалыҡтары һәм фермерҙарға комплекслы хеҙмәттәр күрһәтә. Орлоҡ һәм ашлама алырға мөмкин, сәсеү, ураҡ эштәрендә техника менән ярҙам итәләр. Быйыл машина-технология компанияһы өсөн 3 миллиард һумға тиклем инвестиция йүнәлтелә. Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, Башҡортостанда совет МТСтарын тергеҙеү тәжрибәһе бар. Машина-технология станциялары 60 процентҡа тиклем баҫыуҙарҙы эшкәртте. Яңы Машина-технология компанияһы "Росагролизинг" ҡарамағында була.




