“Хәрбиҙәргә оптоволокно, генератор, power-банк, фонарь, бензин бысҡыһы, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ йыйыла. Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Бәйләнештә” социаль селтәрендә Журналист-ирекмәндәр төркөмөндә танышырға була.
Был акцияға тәүгеләрҙән булып белореттар ҡушылды. “Һалдаттарыбыҙ өсөн блиндаж шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек һәм фронт кәрәк-яраҡтары килтерҙек”, - тиБелорет районы Инйәр ауылы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы етәксеһе Асия Йосопова.




