Яҙғы ташҡынды иҫкәртеү сараһы Архангел районының Тәүәкәс ауылы эргәһенән аҡҡан Инйәр йылғаһында башҡарылды.
Шартлатыу эштәре боҙ тығылыу ихтималы юғары булған урындарҙа Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм инженер ғәскәрҙәре тарафынан үткәрелә. Тәү сиратта Инйәр йылғаһындағы боҙҙоң ҡалынлығы үлсәнгән. Әле ул-30 сантиметр тирәһе. Тикшереү саралары тамамланғандан һуң, ҡотҡарыусылар ике участкала шартлатыу нөктәһе булып хеҙмәт итәсәк мәкеләрҙе уйып сығып, һыҙаттар буйлап 50 килограмм самаһы тротил һалына. Ошо көндәрҙә шартлатыу Инйәр йылғаһы ағымы буйлап өҫтәрәк урынлашҡан тораҡ пунктарҙа ла үтәсәк. Әйткәндәй, теүәл бер йыл элек Архангел районының Аҙау ауылын һыу баҫҡайны. Был юлы ташҡынды иҫкәртеү эше ноябрҙә үк башланған.
Башҡортостанда боҙ тығындарын иҫкәртеүгә арналған саралар хаҡында тулыраҡ Яңылыҡтарҙың киләһе сығарылыштарында ҡарағыҙ.



