Аралашыу барышында урындағы йәмәғәт институтының эшенә йомғаҡ яһалды. Граждандар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия рәйесе Булат Сафин республика һәм муниципаль структураларҙың берлектәге эш һөҙөмтәлелеген билдәләне.
Граждандарҙы ҡабул итеү айына ике тапҡыр хакимиәт сайтындағы графикка ярашлы алып барыла. Октябрҙән Баймаҡ палатаһына сифатһыҙ юлдар, табиптар етешмәүе, ҡарауһыҙ аттар һәм контейнер майҙансыҡтарына бәйле 11 мөрәжәғәт теркәлгән Осрашыуҙа шулай уҡ махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеүсе «Беҙ бергә» ойошмаһы эшенә урындағы коммерция булмаған ойошмаларҙы әүҙемләштереү һәм Йылайыр районы яғынан ингән урында стеланы яңыртыу кәрәклегенә иғтибар бүленде. Сара активистарҙы бүләкләү һәм граждандарҙы ҡабул итеү менән тамамланды.



