50-гә яҡын кешегә сит ил табибы бушлай консультация бирә. Хәйриә нигеҙендә ойошторолған осрашыуҙы беҙҙең ижади төркөм күҙәтте.
Табипҡа һәр кем сәләмәтлегенә ҡағылышлы һорауға икенсе фекер тыңларға килгән. Ҡатмарлы сирҙән интеккән Регинаны яңы ысулдар менән дауаланыу ҡыҙыҡһындыра. Ун минут эсендә Роман Барак уға кәңәштәрен еткерергә өлгөрҙө.
Роман Барак Израилдең Хайфа ҡалаһындағы «Хорев» клиникаһы етәксеһе. Башҡортостанда ул тәүгә түгел. Табип Өфөгә конференцияларҙа ҡатнашырға, консультациялар үткәрергә килә.
Табип бер көн эсендә 50-гә яҡын кешене ҡабул итә. Үҙе әйтеүенсә, клиникаһында 100 кешегә лә консультация биреп өлгөрә ала. Уға дауаханаларҙа дауаланып та ниндәйҙер һөҙөмтәгә килә алмаған, йә ҡатмарлы сирҙе дауалауҙың башҡа төрлө юлдары менән ҡыҙыҡһынғандар килә. Сит ил табибы ҡыҫҡа ғына аралашыуҙа һәр кемдең ауырыуына ҡағылышлы үҙ фекерен еткерергә лә, сир менән нисек йәшәргә кәңәш бирергә һәм өмөт уятырға ла өлгөрә.
Рәмилә Исмәғилева



