Башҡортостанда талпан миҙгеле: 42 район «ҡыҙыл зона»ға инде

Талпанлы осор яҡынлаша. Роспотребнадзор мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостан-талпан боррелиозы һәм вируслы энцефалит менән сирләү хәүефе юғары булған төбәктәр иҫәбендә. Быйыл 42 муниципалитет, шул иҫәптән Өфө, Иглин, Белорет, Әбйәлил һәм Стәрлетамаҡ райондары «ҡыҙыл зона» ға-айырыуса хәүефле биләмәләр исемлегенә инде. Былтырғы статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала талпандан 9517 кеше зыян күргән, уларҙың 3400-ҙән ашыуы-балалар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ