Башҡортостандың «Һөт кухняһы» үҙ чат-ботын булдырҙы

Хәҙер бушлай туҡланыу алыусылар өйҙән сыҡмайынса ғына ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирә ала. «Мах» мессенджеры платформаһында эш башлаған ҡушымта аша ентекле мәғлүмәт, кәрәкле һылтанмалар алырға мөмкин. Чат-ботты табыр өсөн «Мах» мессенджерының эҙләү юлына «Һөт кухняһы консультанты» тигән яҙыуға, йәки экранда күрһәтелгән һылтанма буйынса үтергә кәрәк. Шулай уҡ, кәрәкле мәғлүмәтте учреждениеның «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге рәсми битенән алырға була

Әйткәндәй, былтыр Башҡортостанда 21 меңдән ашыу бала бушлай һөт ризығы менән тәьмин ителгән. «Һөт кухняһы» төбәк социаль ярҙам программаһы 7 йыл элек эшләй башланы. Ошо ваҡыт эсендә республиканың төрлө төбәктәрендә 7 етештереү майҙансығы асылды. Былтыр улар 3 мең 200 тоннанан ашыу сеймал эшкәрткән һәм 2 мең ярым тонна әҙер продукция сығарған. Ташлама менән файҙаланыусылар категорияһы ла киңәйтелгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ