Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен төбәктең холоҡ төҙәтеү учреждениеларының производство майҙандарына йәлеп итеү буйынса асыҡ һөнәри сара үтте. «Үҫеш зонаһы» тип исемләнгән сарала ҡатнашыусылар колонияла етештерелгән продукция төрҙәре, уларҙың техник процесы менән яҡындан танышты. Учреждение буйлап ойошторолған экскурсиянан һуң, йүнселдәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Был ниндәйҙер ҡеүәтле предприятие түгел, ә Өфөнөң 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһындағы махсус участка. Бында етештерелгән продукция тотош Рәсәй төбәктәренә оҙатыла. Тауар әйләнеше әле 296 миллион һумға еткән. Хөкөм язаһын үтәүселәр бында һөнәр үҙләштереп төрлө участкаларҙа эшләй. Һәр алынған һөнәр дәүләт өлгөһөндәге документ менән нығытылған.
Холоҡ төҙәтеү колонияһында алып барылған эш менән республиканың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре яҡындан танышты. Улар әлеге ҡойоу производствоһынан тыш, һөт продукцияларын етештереү цехын да ҡараны. Колонияның үҙ фермаһы, үҫемлекселек хужалығы бар. Ошоға бәйле, асыҡ һөнәри сарала ҡатнашыусы йүнселдәр киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Бында бөтә продукция ла махсус заказ буйынса етештерелә. Дөйөм тауар әйләнешенең йыллыҡ килеме 320 миллион һум тәшкил итә. Эш тик бының менән генә сикләнмәйәсәк. Заказдар туҡтауһыҙ килеп тора. Тауарҙарға һорау булғас, тәҡдим төрҙәре лә киңәйә.
Эшҡыуарҙар артабан ултырыш форматында үткән сарала үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Холоҡ төҙәтеү колонияһында яңы участка асыу, эш урындарын булдырыу, етештерелгән продукция төрҙәрен арттырыу кеүек күп һанлы мәсьәләләр күтәрелде. Ә инде ай аҙағында әлеге учреждениела тағы бер күләмле сара көтөлә. Был юлы ул хөкөм язаһын үтәүселәрҙең мәнфәғәттәрен яҡлауға йүнәлтеләсәк.
Азат Ғәлиуллин



