«Атайсал» проекты 5 йыллығын билдәләй

Беҙ уны кесе ватанға ярҙам итә алған һәм битараф булмаған кешеләрҙе берләштереү өсөн уйлап сығарҙыҡ тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, был проект атай йортон ихлас яратҡан һәр кемде берләштерә.

Проектта ҡатнашыусылар 5 йыл эсендә дөйөм суммаһы 1 миллиард 800 миллион һумлыҡ 35 меңдән ашыу башланғысты тормошҡа ашырған. 5 мең тапҡыр социаль объекттарға ярҙам иткән, 1 мең балалар һәм спорт майҙансыҡтарын йыһазландырған, 550 мәсет һәм сиркәү төҙөгән һәм ремонтлаған, 2 мең һәйкәл һәм обелиск ҡуйған һәм тәртипкә килтерелгән, 1 мең шишмәне төҙөкләндергән. Проект сиктәрендә меценаттар, ирекмәндәр һәм битараф булмаған башҡа кешеләр хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә һәм уларҙың туғандарына ла ҙур ярҙам күрһәтә. Изге эштәр ҡылған, атайсалына ярҙам итеүсе һәр кемгә рәхмәтлебеҙ, бергәләп барыһын да булдырабыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ