Өфөлә кәсепселек буйынса түңәрәк өҫтәлдән ошондай тәҡдим әйтелде. Уға ярашлы, Урал Батыр образы һәм символикаһы аэропорт һәм вокзалдарға ингән урындарҙа, сувенир продукцияһында, аш-һыу брендтарында ҡулланыла. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина белдереүенсә, кәсепселек тауарҙарына ихтыяж ҙур. Власть һәм бизнес араһында хеҙмәттәшлекте үҫтерергә кәрәк.





