Ижад кешеләренә юғары наградалар. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев мәҙәниәт, сәнғәт, әҙәбиәт, журналистика өлкәһендә арымай-талмай эшләгән хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Башҡортостан ижадсылары рухи ҡиммәтәрҙе һаҡлау, йәш быуынға еткереү менән бер рәттән заман һулышын да тойоп эшләй. Республика вәкилдәренең төбәк, ил, халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа даими еңеү яулауы шуға асыҡ миҫал. Ә махсус хәрби операция башланғандан һуң тармаҡ хеҙмәткәрҙәре тәүгеләрҙән булып гуманитар ылау туплауға тотона, аңлатыу эше алып бара, ил һағына баҫа.
Юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булыусылар араһында күренекле сәхнә оҫталары ла, яҙыусылар ҙа, журналистар ҙа, фотохәбәрселәр ҙә бар. Уларҙың һәр береһе үҙенең ғүмерен, көсөн тыуған Республикаһына хеҙмәт итеүгә, ижадҡа бағышлаған. Факил Мырҙаҡаев билдәле журналист, яҙыусы, тәржемәсе, ярты быуаттан ашыу матбуғат, әҙәбиәт һағында тора. Факил Сәлих улының фиҙаҡәр хеҙмәте Халыҡтар дуҫлығы ордены менән баһаланды.



