Башҡортостанда уникаль ферма: зебра, көнгөрә һәм дөйәғоштар

Башҡортостанда зебра һәм бер пар көнгөрә ҡышланы. Былтыр улар Ғафури районындағы дөйәғош фермаһына килтерелгән. Австралия һәм Африка эҫеһенә өйрәнгән хайуандар Башҡортостандың сатлама һыуыҡтарын нисек уҙғарған? БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмғилева ҡыҙыҡһынды.

Өс йәшлек Виктор менән йәш ярымлыҡ Арья Башҡортостанда үҙҙәрен яҡшы хис итә. Ҡом урынына ҡар, тыуған яҡтарының эҫеһе урынына сатлама һыуыҡ булһа ла, улар бирешмәгән. Экзотик хайуандарҙы ҡышлатыуға ферма хужалары яҡшы әҙерләнгән. Көнгөрәләрҙе аҫырау өсөн шарттар булдырылған. Бында яҡынса 10-15 градус тирәһе йылылыҡ һаҡлана.

Моҡсайлы хайуандарҙың күршеһендә генә Зебра Марти йәшәй. Ҡушаматы Мадагаскар йәнһүрәте геройы хөрмәтенә ҡушылған. Ғафури районына еткәнсе ул оҙон юл үткән. Польшала тыуған ҡырағай ат Беларусь республикаһы, Мәскәү өлкәһе аша килтерелгән. Һәр ерҙә бер айлыҡ карантин тәртибе һаҡланған.

Ике йәшлек Скай хужаһын аяҡ тауышынан таный. Бүре Шамил Хөсәйен улы һәм уның яҡындпары ҡулында үҫкән. Биләмәлә тағы болан, дөйә, марал, һеләүһен бар.

Фермала дөйәғоштарҙың йомортҡа һалыу осоро. Тимәк, экзотик ҡоштар һаны ла артасаҡ.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ