“Юлдаш” радиоһы журналист-ирекмәндәре яугир ғаиләһенең хәлен белеште. Коллегаларыбыҙ Ураҙа байрамы уңайынан Өфөнөң 21-се клиник дауаханаһында реабилитация үткән Гагариндар ғаиләһе менән осрашты. Уларға ғәйет күстәнәсе тапшырҙы. Гөлнара һәм Юрий Гагариндар баш ҡалала йәшәй. Улдары Алексей махсус хәрби операция яугиры. “Реабилитация бүлегендә оҫта белгестәр эшләй. Табиптар бейектән ҡолаған тормош иптәшемде аяҡҡа баҫтырҙы”, - ти Гөлнара Хәтим ҡыҙы.
“Беҙҙә һәр яугир өсөн айырым дауалау программаһы ҡаралған”, - ти баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһы реабилитация бүлеге мөдире Альбина Тимерова.
Автор: Зөһрә Арсаева.






