Был хаҡта партияның Мәскәүҙә уҙған Генераль советы ултырышында белдерелде. Уның эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ултырышта партияның яңы халыҡ программаһын әҙерләү һәм алдан тауыш биреү барышы тикшерелде
Ул быйыл көҙ Дәүләт Думаһына үтәсәк һайлауҙа партиянан буласаҡ кандидаттарҙы билдәләйәсәк. Һүҙ шулай уҡ Президент йөкләмәләрен үтәү һәм ҡайһы бер өлкәләрҙәге халыҡ программаһын ғәмәлгә ашырыу хаҡында ла барҙы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль Советы секретары Владимир Якушев билдләүенсә, мандат алыусылар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар күберәк булырға тейеш. Шуның өсөн дә алдан тауыш биреүҙә ҡатнашыусы яугирҙарға йыйған һөҙөмтәләренә ҡушып тағы ла 25 процент тауыш өҫтәләсәк.




