Башҡортостанда ташҡынға әҙерлек көсәйтелде

Ҡар күпләп иреүенә ҡарамаҫтан, республиканың ҙур йылғалары әле ҡышҡы билдәләрҙе уҙмаған.Республикала ташҡын күләме һауа температураһы үҙгәрешенә, март-апрель айында яуым-төшөмгә бәйле буласаҡ. Бөтә көстәр һәм саралар тулы әҙерлек режимында. Хәүеф зонаһындағы биләмәләрҙән ҡар сығарыла, йылғаларҙа тығындар булмаһын өсөн рейдтар үткәрелә. Ташҡынға ҡотҡарыусылар ғына түгел, инженер хеҙмәттәре лә: газсылар, энергетиктар ҙа тулыһынса әҙер. Һәр муниципалитетта штабтар ойошторолған.

Өфөнөң Ленин районында хәүеф биләмәһенә Нижегородка биҫтәһе һәм Козарез ауылы ҡарай. Ҡотҡарыусылар ташҡын алдынан халыҡты иҫкәртеү саралары үткәрә. Өфө ҡалаһының граждандарҙы яҡлау һәм янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре рейд барышында йорттарҙа балаларҙың, аҙ хәрәкәтсән граждандарҙың булыуын асыҡлай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ