Өфөлә 2 йәшлек ҡыҙы менән китеп барған иҫерек атай кеше ҡулға алынған

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Затон биҫтәһендә «Хавал» автомобилен туҡтатҡан. Бала махсус креслола ултырһа ла, водителдең тәртибе инспекторҙарҙа шик тыуҙыра. Сөнки ул үҙен сәйер тота, ә ауыҙынан спиртлы эсемлек еҫе сыға. Атай кешегә медицина тикшереүе үтергә тәҡдим ителә. Анализ һөҙөмтәһе уның иҫерек булыуын күрһәтә. Ир транспорт сараһы менән идара итеүҙән ситләштерелә, ә ҡыҙҙы әсәһенә тапшырыла. Машина махсус туҡталҡаға оҙатыла.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ