Баймаҡта изге байрам киң билдәләнде

Рамаҙан айы тамамланыу хөрмәтенә республиканың барлыҡ иман йорттарында ла Ғәйет намаҙы уҡылды. Иртәнге сәғәттәрҙән үк Баймаҡ ҡалаһының «Нәсихәт» мәсете лә халыҡ менән тулды. Райондың имам-мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин мосолман ҡәрҙәштәрҙе байрам менән ҡотлап, вәғәз һөйләне. Шулай уҡ Ураҙа ғәйете менән барыһын да ҡала хакимиәте башлығы Ирек Хисмәтуллин да ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Артабан йыйылыусылар намаҙға баҫты, Аллаһы Тәғәләгә изге теләктәр юлланы. Байрам мәжлесе матур табында байрам һыйы менән тамамланды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ