«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яҡташтарынан гуманитар ярҙам алды

Яугирҙарға Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм районы халҡы ярҙам күрһәтте. Битараф булмаған кешеләр квадрокоптерҙар, антидрон ҡоролмалар, транспорт, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр ебәргән. Күп кенә подразделениеларҙа Стәрлетамаҡ яугирҙары хеҙмәт итә. Мәҫәлән, Советтар Союзы Геройы Алексей Сухоруков исемендәге реактив артиллерия батареяһын һалдаттар шаяртып «Стерлибат» тип атай. Сөнки «Боксер» ҡушаматлы батарея командиры Стәрлетамаҡта тыуған. Уның хәрбиҙәре активистар ярҙамында Mavic квадрокоптеры алды.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ