Боҙҙа һаҡ булығыҙ! Республика ҡотҡарыусылары Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә ҡышҡы балыҡ тотоусылар араһында иҫкәртеү операцияһын үткәрҙе. Боҙҙа балыҡ ҡармаҡлаусылар менән осрашып хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Миһранова яҙмаһында.
Хивус-10 катеры һыуҙа ғына түгел, көрттә лә батмай. Йылға-күлдәрҙе боҙ ҡаплау менән балыҡсыларға ашығыс ярҙам машинаһы булараҡ та ҡулланыла. Көндәр йылытыу менән ҡотҡарыусылар ҡеүәтле аэроходта ҡармаҡ һалыусылар менән иҫкәртеү сараһына юлланды. Файҙалы фекер алышыуға балыҡсылар ҙа ҡаршы булманы.
Өфөлә халыҡ күпләп боҙға сыҡҡан 12 урын билдәле. Берәүҙәр унда балыҡ тота, икенселәр төрлө ярыштар йәки башҡа саралар уҙғара. Бынан тыш, һыу ятҡылығына техника менән сыҡҡан урындар ҙа иғтибар үҙәгендә. Ҡотҡарыусылар һәм хоҡуҡ һаҡсылары йылға-күлдәрҙәге хәлде даими контролдә тота.
Боҙҙа балыҡ өсөн ғүмерҙе хәүеф аҫтына ҡуйыу-яуаплһыҙлыҡ тигән фекерҙә хоҡуҡ һаҡсылары. Һуңғы ваҡытта илдең төрлө төбәктәрендә балыҡсыларҙың боҙ аҫтына китеү осраҡтары йышая. Ҡармаҡтан тыш үҙең менән арҡан һәм аптечка алыу хәйерле. Бынан тыш иҫкәртеү эше балаларҙың яҙғы каникул осоронда көсәйтелә. Башҡа төбәктәрҙә яҙғы боҙ аҫтына төшөп китеп балалар менән кңүелһеҙ осраҡтар теркәлеүе билдәле.
Флорида Миһранова



