Башҡортостанда зубрҙар һаны арта

Башҡортостанға зубрҙар Белоруссиянан өс йыл элек алынғайны Әлеге ваҡытта улар һаны 25 еткән. Яҡын киләсәктә федераль грант аҡсаһына республикаға тағы 9 зубр ҡайтарыласаҡ. Рәсәй Президенты тәбиғәт фондынан бүленгән 10,2 миллион һумлыҡ грант ярҙамында пар тояҡлылар популяцияһы 37-гә тиклем арттырыласаҡ тип күҙаллана. Күгәрсен районында урынлашҡан Мораҙым тарлауығы тәбиғәт паркында уларҙың йәшәү һәм үрсеү биләмәһендәге шарттарҙы беҙҙең ижади төркөм дә барып күрҙе. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.

Зубрҙар көтөүе йәшәгән биләмәгә ҡаргиҙәрҙәрҙә юлланабыҙ. Ике саҡрымдан ашыу юлда Оло Эйек йылғаһы аша һалынған тар ғына күперҙәрҙән дурт тапҡыр үтергә тура килә.Башҡортостан Рәсәйҙә зубрҙарҙы тәбиғи мөхиттә үрсеү мөмкинлеге булған берҙән-бер төбәк иҫәпләнә.

Күргәҙмә вольер майҙаны 3 гектар. Ул инә зубрҙар йәшәгән урын. Хайуандарға көнөнә ике тапҡыр минералдарға ҡушып туралған йәшелсә һәм һоло бирәләр. Шулай уҡ малдарҙың һаулыҡ торошо ла етди иғтибар үҙәгендә.

Өс йыл эсендә зубрҙар Уралдағы тәбиғәт шарттарына яраҡлашып өлгөргән.Ҡыш дауамында улар тау һырттарын мөгөҙҙәре менән ҡаҙып ҡылған ашай, ҡыуаҡлыҡтарҙың ҡайырыһын тәмләй.. Малҡайҙарҙы хатта аҙыҡ биреүселәрҙең ашарға килергә саҡырған тауышы ла өркөтмәй.

Ҡырағай тәбиғәт шарттарында үрсегән зубрҙар үҙҙәре янына ят кешеләр килгәнен бик өнәмәй, ситтә тороуҙы хуп күрә. Был юлы ла ветеринарҙар, хеҙмәткәрҙәр һәм беҙҙең ижади төркөм китеү менән туҡланыу урынына килделәр.

Ил Президенты Владимир Путин ҡуйған биологик төрлөлөктө һаҡлау буйынса мөһим дәүләт бурысы Башҡортостанда ыңғай хәл ителә. Үткән быуат башында зубрҙар юҡҡа сығыу сигендә була. Шуға күрә беҙ балансты тергеҙергә бурыслыбыҙ, бигерәк тә республикабыҙҙа бының өсөн уңайлы шарттар етәрлек, тигән ҡарашта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Күгәрсен районына республика етәксеһе башҡорт зубрҙарын ҡарарға шәхсән килде.Төбәк Башлығы билдәләүенсә, был оҙаҡ йылдарға иҫәпләнгән етди фәнни проект. Көтөү даими тулыландырыла.

Федераль грант аҡсаһына 2027 йылдың февраленә Башҡортостанға тағы 9 зубр килтереләсәк тип күҙаллана. Президент тәбиғәт фондынан алынған 10,2 миллион һумлыҡ грант ярҙамында республика хайуандар популяцияһын 37-гә тиклем еткерәсәк.

Ҡырағай хайуандар үҙҙәрен бында өйҙәге кеүек иркен тойһон өсөн бөтә шарттар ҙа ҡулай. «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркына ҡараған 345 мең гектарҙан ашыу майҙанға яҡын биләмәлә ауылдар юҡ. Уларҙың ниндәй йүнәлештә хәрәкәтләнеүен күҙәтеү маҡсатында ҡырағай хайуандарға чиптар ҡуйыла.

Бөгөн «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында 25 зубр иҫәпләнә, уларҙың һигеҙ быҙауҙар. Быҙауҙар Башҡортостанда тыуған. 2030 йылға төбәктә был мөһабәт хайуандар һанын биш тиҫтәгә еткереү күҙаллана.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ