Өфөлә «Театр яҙы» старт алды. 10-сы тапҡыр ойошторолған фестиваль-форум сәхнә оҫталары, театр белгестәре һәм тамашасыларҙы берләштереү маҡсатында үтә. Күләмле сара барышында тиҫтәләгән спектакль күрһәтеләсәк, уҡытыу һәм эшлекле программа ла күҙалланған. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Театр кейем элгестән башланһа, театраль фестиваль балдан. Сараға йыйылыусыларҙы төрлө персонаждар, бейеүселәр ҡаршыланы, ә музыкаль композициялар ижади мөхиткә сорнаны. Фестивалгә старт Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында бирелде. Республиканың төрлө тарафтарынан йыйылған жади коллективтарҙы Мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов сәләмләне.
Башҡортостанда иң мөһим мәҙәни форумдарҙың береһе-«Театр яҙы» республика фестивале туғыҙ йыл тәнәфестән һуң тергеҙелде. Ойоштороусылар әйтеүенсә, театр мөхите күләмле профессиональ сараны һағынып өлгөргән. Быйыл фестиваль-форум үҙенең 10-йыллыҡ юбилейын да билдәләй.
Фестивалдең спектаклдәр шәлкемен Александр Пушкин әҫәре буйынса ҡуйылған «Руслан һәм Людмила» постановкаһы башланы. Ҡурсаҡ театрының премьераһы һаналған сәхнә әҫәрен тамашасылар ғына түгел, Өфө, Мәскәү һәм Ҡазан белгесәтренән торған эксперт советы ла ҡараны.
Жюри булараҡ сығыш яһаған эксперт советы фестиваль барышында күрһәтеләсәк 13 спектаклде лә ҡарап, үҙ баһаһын һәм теләктәрен еткерәсәк, фестиваль лауреаттарын билдәләйәсәк. Сараның эшлекле өлөшөндә иһә түңәрәк өҫтәл һәм Башҡортостан режиссерҙары советының беренсе кәңәшмәһен үткәреү ҡаралған.
Театр яҙы фестивале бер аҙна дауам итәсәк. Сараны ябыу тантанаһа 27 март Халыҡ-ара театр көнөндә уҙа.
Әлфинә Килдейәрова




