«Нур» театрында премьера. Билдәле татар яҙыусыһы Аяз Ғиләжев пьесаһы буйынса сәхнәләштерелгән «Ҡар аҫтында ҡайнар шишмә» спектакленең премьераһы үтте. Әҫәр Башҡортостандың халыҡ артисы Дамира Сәйетованың юбилей бенефисына бәйле махсус һайланған. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Драма артистары гримм бүлмәһендә лә үҙ ролендә ҡала. Сәхнәлә башҡарасаҡ ролдәрен улар ҡабатламай, ә йәшәйҙәр тиерһең. Халыҡ артисы Дамира Сәйетованың ижади багажында уйналған ролдәре күп. Ә инде сираттағы премьера уның киләһе миҙгелдә ҡаршы аласаҡ юбилей бенефисы. Был сәхнә оҫтаһына икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй.
Сәхнәлә үҙенә күрә музыкаль ринг күҙәтелһә лә, шулай ҙа төрлө быуын тамашасылары Дамира Сәйетованы йырсы булараҡ та хөрмәт итә. «Эҙләнем-табалманым» йыры мәҫәлән, моң һөйөүселәр яратып тыңлаған композицияларҙың береһе. Музыкаль клипта даланан, ҡаланан эҙләгән ике йәш йөрәк бөгөн бер сәхнәлә ижад итә. Күрәһең, бенефисҡа ла актерҙар осраҡлы ғына һайланмаған
Әйткәндәй, Аяз Ғиләжевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған «Ҡар аҫтында ҡайнар шишмә» спектаклендә шулай уҡ былтыр эш башлаған өс актриса ла уйнай.
Бөгөн спектакль премьера булараҡ тамашасы хөкөмөнә сығарылһа, бенефис үҙе көҙ, яңы ижади миҙгелгә көтөлә. Ә инде киләһе тамаша 28 мартҡа билдәләнгән.
Азат Ғәлиуллин




