Башҡортостанға йәнә пилотһыҙ осоу аппаратары һөжүм итте

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙа. Бөгөн Өфөнөң нефть эшкәртеү заводтары тирәһендә дошман дрондары атып төшөрөлдө. Уларҙың икәүһе Затон микрорайонында төҙөлөп ятҡан йортҡа ҡоланы. Һөҙөмтәлә бинаның йылытҡысы янған. Ваҡиға урынына килгән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙрәе утты тиҙ арала һүндерҙе. Иң мөһиме-ҡорбандар юҡ. Ике төҙөүсе еңелсә йәрәхәттәр алған, уларҙы дауаханаға һалыу талап ителмәгән, тип яҙа Радий Хәбиров. Ваҡиға урынында махсус хеҙмәттәр, хоҡуҡ һаҡлау органдары эшләй. Башҡортостан прокуратураһы дрондар һөжүменән һуң граждандарҙың хоҡуҡтары үтәлеүен контролгә алған. 

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ