Ауылдарҙа ғәйет рухы: изге ғәмәлдәр осоро

Ураҙа ғәйете өс көн дауам итә. Был осорҙа изге ғәмәлдәр эшләү, мохтаждарға ярҙам итеү, туғандарҙың хәлен белеү изге ғәмәл һанала.

Шаран районы Наратаҫты ауылы халҡы был көндәрҙә ғәйет сәйҙәренә йөрөй, бер-береһенең хәлен белешә, аралаша. Ауылда быйыл Рамаҙан айы ла дәррәү үткән, өй һайын тиерлек ифтарҙар ойошторолған. Быйыл Ураҙа тотоусылар араһында ололар ғына түгел, йәштәр ҙә күп, ти наратаҫтылар.

Шишмә районы Ябалаҡлы ауылы халҡы Ураҙа айында ифтарҙар ойоштороу менән бер рәттән махсус хәрби операцияға гуманитар ярҙам да әҙерләгән. Халыҡ күмәкләп маскировка селтәрәре лә үргән, блиндаж шәмдәре лә яһаған, аҙыҡ-түлек тә әҙерләгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ