Өфөлә «Йәш Ворошилов уҡсыһы» билдәһе тапшырылды

Өфөлә «Йәш Ворошилов уҡсыһы» билдәһе тапшырылды. Тантаналы Колонналар залында үтте. «Ворошилов уҡсыһы» билдәһен алыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Алексей Касьянов менән Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Игорь Нурмөхәмәтов ҡотланы. 21-се быуаттың «Ворошилов уҡсыһы» исемлеген республиканың төрлө тарафтарынан йыйылған 73 егет һәм ҡыҙ тулыландырҙы. Улар ҡорал менән идара итеүҙә уңышлы һөҙөмтәләр күрһәткән.

«Ворошилов уҡсыһы» хәрәкәте 1930-сы йылдарҙа булдырыла. Меңәрләгән совет үҫмерҙәре снайперлыҡ оҫталығына өйрәнә, мәргәнлеккә көс һынаша. Әле «Ворошилов уҡсыһы» билдәһе юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә лә ярҙам итә ала. Абитуриентҡа ул өҫтәмә балл бирә.

Конкурс еңелдән булманы. Балалар пневматик мылтыҡтан атыу буйынса нормативтарҙы үтәне. Мәргәнлек кенә түгел, ә ҡоралды ни тиклем белеүҙәре лә баһалана. «Ворошилов уҡсыһы» билдәһен алыу-йәштәр өсөн атыу спорты менән шөғөлләнеү һәм Ватанды һаҡлау өсөн стимул булып тора.

Игорь Нурмөхәмәтов, Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ