Өфөнөң Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркында тәүге тапҡыр халыҡ йолалары буйынса яҙҙы ҡаршылауға арналған Ҡарға туйы байрамы үтте. Йылы ҡояшлы көндә уйындар, оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә һәм тәмле бутҡа-балалар өсөн милли йолаларға нигеҙләнгән байрам ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева дауам итә.
Ҡарға туйы, ҡарға бутҡаһы байрамы халҡыбыҙҙа борондан яҙ көнө уҙғарылған. Элек кешеләр яҙҙы ҡарғалар ҡанаттарында алып килеүенә ышанған, шуға күрә был йола ҡоштарҙың килеүе хөрмәтенә ойошторолған. Мул уңыш булһын өсөн ҡоштарҙы ашатырға кәрәк тип һаналған, шуға күрә йола сәсеү алдынан үткәрелгән.
Байрамға Затон биҫтәһе уҡытыусылары һәм уҡыусылары килде. Балалар сыйырсыҡ ояһы яһарға өйрәнде. Был эшкә ҡыҙҙар ҙа ҡыҙыҡһынып ҡушылды.
Балалар эко тағараҡтар эшләү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты. Ҡоштар темаһына күргәҙмә эшләне.
Байрамда ҡатнашыусылар «ҡарға бутҡаһы»нан да ауыҙ итте. Балалар тәмле итеп бешерелгән тары бутҡаһына сират торҙо.
Уҡыусылар арҡан тартыу, тоҡ менән алышыу, ҡулса аша һикереү кеүек халыҡ уйындарында, конкурстарҙа ҡатнашты.
Рәмилә Исмәғилева



